ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Июль 2023, 18:38

Үлемесле аварияла ике кеше һәләк булған

Фажиғәле хәл Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының 6-сы км теркәлгән

Үлемесле аварияла ике кеше һәләк булғанҮлемесле аварияла ике кеше һәләк булған
Үлемесле аварияла ике кеше һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһы янында ике кеше һәләк булған авария сәбәптәрен асыҡлай. Авария Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының алтынсы километрында теркәлгән.

Мәғлүмәттәргә ярашлы,  “Лада Калина” водителе идара итеү һәләтен юғалтып, машина түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, ике пассажир, ир һәм ҡатын, алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Водитель һәм тағы ла бер пассажир дауаханаға оҙатылған.

Авария сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Дарья Субботина

https://www.bashinform.ru/

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас