

БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тәүлек эсендә 14 юл-транспорт ваҡиғаһында 20 кеше зыян күргән, шуларҙың яртыһы - балалар.
Өфөнөң Дим районында «ГАЗель» ике баланы бәрҙергән.
Киров районында «Лотос» автобусы салонында пассажир ҡолаған саҡта ике йәшлек ҡыҙ зыян күргән.
Стәрлетамаҡ районында мопедта барған ике кеше транспорт менән бәрелешкәндә йәрәхәтләнгән. Ишембай районында ла шундай уҡ осраҡ теркәлгән. Бында бәлиғ булмаған водитель бер үҙе булған. Ике осраҡта ла үҫмерҙәрҙең был транспорт төрө менән идара итеүгә водитель таныҡлығы һәм йөрөтөү күнекмәләре булмай.
Благовещен һәм Федоровка райондарында ике бала велосипедсы зыян күргән. Федоровка районында велосипедсы баланы автомобилдең руле артына иҫерек килеш ултырған водитель бәрҙергән.
Октябрьский ҡалаһында Һәм Бишбүләк районында балаларҙы транспорт менән бәрҙереү осраҡтары теркәлгән.
Баҡалы районында бала дауаханаға оҙатылған: ул автомобиль бәрелешкән мәлдә пассажир сифатында булған.
«Йыш ҡына һорау бирәбеҙ: ни өсөн балалар юл фажиғәһенә эләгә? Яуап ябай кеүек тойола: әгәр бала үҙ һаҡһыҙлығы арҡаһында аварияла йәрәхәтләнгән икән, был баланың ғәйебе. Әммә „баланың ғәйебе“ төшөнсәһе юҡ. Уның менән булған юл фажиғәһе тик беҙ, өлкәндәр, ҡайҙалыр ҡараманыҡ, нимәнелер өйрәтмәнек йәки үҙ миҫалыбыҙҙа „юл законын“ боҙорға мөмкинлеген күрһәттек тигәнде аңлата. Һәм йыш ҡына юлдарҙа балалар йәрәхәтләнгән осраҡтар артында өлкәндәрҙең балаларҙың хоҡуҡ боҙоуҙарына битарафлығы тора», — тип билдәләне Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов.
фото:ЮХХДИ.