ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Июль 2023, 16:17

Автомобиль капоты аҫтында... йылан

    

Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтеӨфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте

Кисә Өфөлә ҡотҡарыусылар ғәҙәти булмаған ваҡиғаға юлыҡты. Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Р.Зорге урамындағы ихаталарҙың береһендә урам бесәйҙәре туҙбаш йыланды машинаһының капоты аҫтына ҡыуып индергән.

Ғәҙәти булмаған ваҡиғаның шаһиттары ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.  Хеҙмәткәрҙәр капот аҫтында туҙбаш йыланды таба һәм уны махсус инструмент ярҙамында сығарған. Һуңынан йыланды банкаға һалып, ҡотҡарыусылар уны урман һыҙатына алып сыға һәм иреккә ебәрә.

 

Видео:Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас