ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июль 2023, 16:40

14 йәшлек ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалған

Диана Хәсәнованы 23 июлдән эҙләйҙәр

14 йәшлек ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалған14 йәшлек ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалған
14 йәшлек ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалған

Башҡортостанда ирекмәндәр «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «БаРС» (БашРегионСпас) төркөмөндә Иглин ауылы - Өфө тирәһендә хәбәрһеҙ юғалған 14 йәшлек Диана Хәсәнованы эҙләүҙәре хаҡында хәбәр итте.

23 июлдән уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Билдәләре: буйы 164 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, йәшел күҙле.

Ҡара футболка, көрән салбар, аҡ кеда кейгән.

Ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙе 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

 

Фото:«БаРС» (БашРегионСпас), Vk

Сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас