

Йома кисендә Башҡортостандың Иглин районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Mash-Batash ТК-каналы хәбәр итеүенсә, М5 федераль трассаһы буйлап мотоциклда мотоциклсы ҡатыны менән йөрөй. Уларҙың хәрәкәт тиҙлеге сәғәтенә 160 км тәшкил итә. Юлға уларҙың ҡаршыһына велосипедсы килеп сыға.
Ҡот осҡос бәрелеш һөҙөмтәһендә велосипедсының һул аяғы өҙөлә. Егет ашығыс ярҙам машинаһында вафат була.
Ирле-ҡатынлы ҡул суҡышы һынған һәм умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән.
фото:Mash-Batash ТК-каналы