ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июль 2023, 10:30

Сабый асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөп...

    

Сабый асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөп...Сабый асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөп...
Сабый асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөп...

Өфөнөң Киров районында 20 июлдә кискеһен бала менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. «Башинформ»ға ашығыс хеҙмәттәрҙәге үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, Степан Кувыкин урамындағы 31-се йорт янында асыҡ ҡоҙоҡҡа 2019 йылда тыуған малай ҡолаған. Сабыйҙы 17-се дауаханаға, нейрохирургия бүлегенә алып киләләр. Табиптар бәләкәй пациентты тикшергән. Малайҙың баш мейеһе һелкенеүе, баш һөйәге-мейеһе йәрәхәте һәм тән йәрәхәттәре диагнозы ҡуйыла.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә ваҡиғаның хаҡында тулыраҡ һөйләнеләр.

"Малай хәҙер дауаханала, уның ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, әммә люк ҡапҡасын урламаһалар йәки уның юҡлығын ваҡытында хәбәр итһәләр, бындай хәл булмаҫ ине, — тип хәбәр иттеләр муниципалитетта. — Предприятиела һәр ваҡыт люктарҙың ябыҡ булыуын күҙәтәләр. Айына ике тапҡыр хеҙмәткәрҙәр бөтә йылылыҡ камераларын урап үтә, даими рәүештә сираттан тыш тикшереүҙәр үткәрә. Был юлы ҡапҡасты енәйәтсе урлағандан һуң люкты ябырға өлгөрмәйҙәр, һөҙөмтәлә бала зыян күрә". 

Ғәйепләнеүсене эҙләйҙәр, ул яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

фото:Ксения Калинина (Башинформ).

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас