ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июль 2023, 05:49

Хәйбулла районында ике машина төкөшкән

Ике кеше Сибай ҡалаһы дауаханаһына  оҙатылған

Хәйбулла районында ике машина төкөшкәнХәйбулла районында ике машина төкөшкән
Хәйбулла районында ике машина төкөшкән

Уҙған шәмбе, 15 июлдә,  Юлдыбай-Аҡъяр-Сара автомобиль юлында ВАЗ-2110 автомобиле  менән HYNDAI SOLARIS маркалы автомобиль төкөшә.

Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлегенән   яҡынса хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә HYNDAI SOLARIS маркалы автомобиль пассажиры тән йәрәхәттәре менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Ә ВАЗ-2110 автомобиле водителе һәм уның балиғ булмаған пассажиры Сибай ҡалаһы дауаханаһына оҙатыла.

Автор: Зиля Акъюлова

Хайбуллинский Вестник

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас