ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июль 2023, 09:03

Бөгөн «ВАЗ-2107» менән тауар поезы бәрелешкән

Автомобилдең руле артындағы 51 йәшлек ханым тимер юл аша сығыу урынында светофорҙың тыйылған сигналына үтеп...

Бөгөн «ВАЗ-2107» менән тауар поезы бәрелешкәнБөгөн «ВАЗ-2107» менән тауар поезы бәрелешкән
Бөгөн «ВАЗ-2107» менән тауар поезы бәрелешкән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Архангел районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария 19 июлдә иртәнге 10-сы яртылар тирәһендә Архангел-Тәүәкәс автомобиль юлында булған.

«Фараздарҙың береһе буйынса, «ВАЗ-2107» руле артындағы 51 йәшлек ханым тимер юл аша сығыу урынында светофорҙың тыйылған сигналына үтеп киткән һәм Раутау-Ҡарлыман участкаһы буйлап китеп барған тауар поезы менән бәрелешкән», — тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһынан.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәмшәйгән автомобиль эсенән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сығарған.

Ҡыҙғанысҡа күрә, водитель ваҡиға урынында йән биргән. Уның пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Автор:Дарья Субботина
фото:ЮХХДИ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас