

Бөгөн төндә Иглин районының Искра ауылында йәшен атыуы һөҙөмтәһендә ут сығып, йорт тулыһынса янған. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
"Тәүге мәғлүмәттәр буйынса тәфтишсе янғындың сәбәбе тип йәшен һуҡҡан тип билдәләне", — тип һөйләне ҡотҡарыусылар.
Төнгө янғында 63 йәшлек ир һәм 62 йәшлек ҡатын зыян күргән. Икеһе лә Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған.
фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте