ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июль 2023, 11:55

16 йәшлек үҫмерҙе йәшен атып үлтергән

Был ваҡытта ул дуҫы менән көтөү көткән булған.

16 йәшлек үҫмерҙе йәшен атып үлтергән16 йәшлек үҫмерҙе йәшен атып үлтергән
16 йәшлек үҫмерҙе йәшен атып үлтергән

Новосибирск өлкәһендә 16 йәшлек малай йәшен һуғыуҙан үлгән, ә уның дуҫы зыян күргән.
Фажиғә 13 июлдә Александровка биҫтәһе янындағы урманда була. Малайҙар ауылдың көтөүен көткән. Шул ваҡытта ямғыр яуа башлаған. Район башлығы Олег Королев һүҙҙәренсә, малайҙар ҡыуышҡа инеп ҡаса һәм смартфондарын ала. Шул ваҡыт йәшен һуға.
Тикшереүселәр фаразы буйынса, 13 һәм 16 йәшлек малайҙар ямғыр ваҡытында урманда ағас аҫтына ҡаса, һәм уларҙы йәшен ата. Бер үҫмер урында һәләк була, икенсеһе "ток һуғыу" билгеләре менән дауаханаға оҙатыла.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
 
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-16/16-y-shlek-mer-e-y-shen-atyp-lterg-n-3342193?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас