

Учалы районында ҙур янғын өс ғаиләне торлаҡһыҙ ҡалдырҙы. 13 июлдә көндөҙ Октябрьский ауылында Йәшел урамындағы хужалыҡтарҙың береһендә ҡаралтылар яна. Янғын тураһында һуңлап хәбәр ителеү һәм секундына 18 метрға тиклем көслө ел арҡаһында ут тиҙ арала күрше йорттарға күсте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғын һөҙөмтәһендә ике йорт, уларҙың береһе ике хужаға иҫәпләнгән (йәғни ике фатирлы), 4 мунса, 4 һарай, 2 гараж, келәт, утындар һәм усаҡлыҡ ныҡ зыян күрә. Ут һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй, янғындың сәбәбе асыҡлана.
фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте