

Ҡырмыҫҡалы районында 13 июлдә юл фажиғәһендә пассажир ҡатын һәләк булған.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡабаҡ ауылында 36 йәшлек ир, «ВАЗ-2121» автомобиле менән идара иткәндә, юл ситенә төшөп китә. Аварияла 36 йәшлек пассажир ҡатын алған йәрәхәттәренән медицина учреждениеһына барып еткәнсе вафат булған.
«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдең водитель таныҡлығы булмауын һәм юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында иҫерек булыуын асыҡлаған. Тикшереү һөҙөмтәһе 0,556 мг/л тәшкил итте», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк.
Иҫкерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының 8(347) 279-32-92 телефоны аша хәбәр итә алаһығыҙ. Шулай уҡ Телеграм мессенджеры аша хәбәр итергә мөмкин: @GIBDDRB_02bot.
фото:ЮХХДИ