

Башҡортостанда Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылынан 34 йәшлек Гөлназ Ниғмәтуллина хәбәрһеҙ юғалған. "БаРС" ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәбәр итеүенсә, уның ҡайҙа булыуы тураһында ике аҙна бер нәмә лә билдәле түгел.
Юғалған мәлдә ҡатын ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәге, һоро спорт трикоһы һәм хаки төҫөндәге итек кейгән була.
Башҡа билдәләре: ҡыҙыл-һары сәсле һәм һоро күҙле. Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла 8-937-3-102-112 телефонына йәки берҙәм 112-се номерға шылтыратыуҙарын һорайҙар.