ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Июля 2023, 04:36

Еләккә барып, кире ҡайта алмағандар

   

Еләккә барып, кире ҡайта алмағандарЕләккә барып, кире ҡайта алмағандар
Еләккә барып, кире ҡайта алмағандар

Белорет районында 1952 йылғы ҡатын 1956 йылғы ҡустыһы менән Тирлән ауылынан алыҫ түгел урынға урманға еләк йыйырға бара. Әммә еләкселәр кире ҡайтырға юлды тапмағас, ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата.

Ҡотҡарыусылар тиҙ арала аҙашыусыларҙы табып, өйҙәренә ҡайтарып ебәрә.

Был Белорет районында юғалғандарҙың берҙән-бер осрағы түгел. Бынан алдараҡ 22 йәшлек өс егет Айғыр станцияһына юлға сыҡҡанда урманда аҙашҡан. Бының тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Урман буйлап аҙашып бер килке йөрөгәс кенә, йәштәр ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратып, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә була.

Белорет ҡалаһы ҡотҡарыусылары аҙашҡандар менән бәйләнешкә инә. Артабан ҡотҡарыусылар егеттәрҙең координаталарын билдәләй һәм уларға ҡайҙа барырға тигән йүнәлеш бирә. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар ярҙамында йәштәр урмандан үҙҙәре аллы имен-аман сыға.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас