ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Июль 2023, 17:03

Уның бәләкәй балалары ҡалған

Йәш ҡатын таксиға ултырып сығып киткән тиҙәр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы... 

Уның бәләкәй балалары ҡалғанУның бәләкәй балалары ҡалған
Уның бәләкәй балалары ҡалған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 36 йәшлек Кристинаны эҙләү эштәре тамамланды. 6 июлдә ул Иглиндән таксиға ултырып киткән һәм ғәйеп булған. «Иглин балаларын эҙләү» ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, кисә ҡатынды үле килеш тапҡандар.

«Башинформ» асыҡлауынса, ирекмәндәр төркөмөндә Кристинаны эҙләү тураһында пост аҫтында яҙылыусыларҙың береһе кәрт һалған һәм тап ошолай буласағын әйткән. Мәрхүмә урманда табылған, йәш балалар әсәйһеҙ ҡалған. Мәғлүмәт агентлығы ошо хәлгә бәйле комментарий алыу өсөн Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығына мөрәжәғәт итте. Яуап булғас та, баҫтырып сығарырбыҙ.

 

Автор:Дарья Субботина

Фото:«Иглин балаларын эҙләү» ойошмаһы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас