ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Июль 2023, 10:04

Өс балаһын ас тотҡан

Бәләкәстәрҙең береһе - инвалид...

Өс балаһын ас тотҡанӨс балаһын ас тотҡан
Өс балаһын ас тотҡан

Дәүләкән районынан бер ҡатынды суд ҡарары менән әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр.

Ҡатын әҙәпһеҙ тормош алып бара, наркотик матдәләр ҡуллана икән. Шуның өсөн хөкөм ителгән. Бынан тыш, әсәлек бурыстарын үтәмәгән өсөн дә ул бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ҡатын балаларын ҡарауһыҙ, үҙҙәрен генә ҡалдырған, ул ғына ла түгел, бәләкәстәрҙең ашарҙарына ла бер нәмәләре лә булмаған. Етмәһә, береһе – инвалид.

Хәҙер ҡатын әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән һәм ул алимент түләргә тейеш. Әле балалар – атайҙарының ғаиләһендә.

Фото: gb5kirov.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас