ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Июль 2023, 09:24

Башҡортостанда полиция пляжда ҡатын-ҡыҙға атҡан үҫмерҙәрҙе эҙләй

    

Башҡортостанда полиция пляжда ҡатын-ҡыҙға атҡан үҫмерҙәрҙе эҙләйБашҡортостанда полиция пляжда ҡатын-ҡыҙға атҡан үҫмерҙәрҙе эҙләй
Башҡортостанда полиция пляжда ҡатын-ҡыҙға атҡан үҫмерҙәрҙе эҙләй

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына Ҡырмыҫҡалы районындағы пляжда ҡатын-ҡыҙға атыу осрағы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт еткерҙеләр. 10 июль кисендә медицина учреждениеһынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса дежур бүлегенә ҡулы йәрәхәтләнгән ханым мөрәжәғәт иткән тигән хәбәр килгән.  

«Тикшереү барышында уның ҡулы пневматик ҡоралдан атылған пулянан йәрәхәтләнеүе билдәле булған. Тәфтиш-оператив төркөм асыҡлауынса, ханым Ҡабаҡ ауылы янында, Ағиҙел йылғаһы буйындағы пляжда яраланған.  Үҙе әйтеүенсә, уны пневматик ҡоралдан шешәгә атҡан таныш түгел үҫмерҙәр йәрәхәтләүе ихтимал», - тип белдерҙеләр ведомствола.

Хәҙер полицейскийҙар ошо ваҡиғаға ҡағылышы булғандарҙы асыҡлай, унан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.

 

Фото:Ксения Калинина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас