

Күгәрсен районында полиция хеҙмәткәрҙәре һәләк булған йәйәүле менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, төнгө сәғәт 1 тирәһендә Воскресенское ауылында күрше ауылдан килгән 17 йәшлек егет «Лада Приора» менән идара иткәндә, юлдың һул ситендә йөрөгән 20 йәшлек ҡыҙҙы тапатҡан. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем йән биргән.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре егеттең водитель таныҡлығы булмауын асыҡлаған, шулай уҡ тикшереү уның иҫерек булыуын күрһәткән. Автомобилде уға 29 йәшлек машина хужаһы идара итергә рөхсәт бирә, ул да иҫерек һәм пассажир ултырғысында була. Водитель әйтеүенсә, ул ваҡиғанан һуң спиртлы эсемлектәр ҡулланған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк. Әлеге ваҡытта бәлиғ булмаған водитель ата-әсәһе менән бергә полиция бүлегендә, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
фото:ЮХХДИ.