ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Июль 2023, 06:42

Йәнә ҡот осҡос янғын...

Ике йорт һәм хужалыҡ ҡаралтылары янып бөткән...

Йәнә ҡот осҡос янғын...Йәнә ҡот осҡос янғын...
Йәнә ҡот осҡос янғын...

Кисә көндөҙ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ҡырмыҫҡалы районының Алексеевка ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ведомствола белдереүҙәренсә, ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп етеүгә ике өйҙө һәм кәртә-ҡураны ут ялмап алған булған.

«Утты һүндереүгә 28 кеше, һигеҙ автоцистерна һәм өс һыу ташыусы йәлеп ителгән. Янғындың майҙаны 400 квадрат метр тәшкил иткән. Көндөҙгө сәғәт 5-се 14 минутта «ҡыҙыл әтәс» ауыҙлыҡланған. Ҡорбандар юҡ», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Ксения Калинина.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Йәнә ҡот осҡос янғын...
Йәнә ҡот осҡос янғын...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас