ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Июля 2023, 15:03

Урманда 10 бала юғалған...

Уларҙың ата-әсәләренә һорауҙар күп...    

Урманда 10 бала юғалған...Урманда 10 бала юғалған...
Урманда 10 бала юғалған...

Бөгөн иртә менән шомло хәбәр таралды: Башҡортостанда йылғанан ағып төшкән саҡта бер төркөм туристар юғалған. Шуныһы ҡурҡытты: улар 11-ҙән 18 йәшкә тиклемге балалар.

Асыҡланыуынса, Ырымбур өлкәһенән булған 19 кеше, шул иҫәптән 13 бала Бөрйән районының Кейекбай ауылына килгән. Шунда лагерь булдырғандар. Артабан ун бала Ағиҙел йылғаһы буйлап ағыр өсөн Иҫке Собханғол ауылына юлланған. Улар өс резина кәмә менән сыҡҡан. Ул тирәлә бәйләнеш булмағас, телефондарын үҙҙәре менән алмағандар. Ара - 20 километр. Ваҡыты еткәс, туристар тейешле урынға килмәгән, шул саҡта ғына өлкәндәр хафаға ҡалған. Бәләкәй туристарҙы полиция, ҡотҡарыусылар һәм урындағы кешеләр эҙләй башлаған.

Бәхеткә күрә, төнгө өстә балаларҙы тапҡандар. Ҡараңғы төшкәс, улар Мәндәғол ауылы янында туҡтаған һәм ата-әсәһен көтә башлаған. Мобиль бәйләнеш ул урында юҡ. Балаларҙы ҡотҡарыусылар тапҡан һәм ата-әсәһенә тапшырған. Уларға медицина ярҙамы кәрәк булмаған.

Был хәлдә шуныһы аптырата: нисек ата-әсә тыныс күңел менән балаларҙың үҙҙәрен генә ҙур йылғаға сығарып ебәргән? Ә батһалар, ҡурҡыныс хәлгә тарыһалар?

Ҡотҡарыусылар һәр ваҡыт туристик маршруттарға сыҡҡан саҡта тейешле рәүештә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлергә саҡыра.

Фото: vk.com/wall-46859519_256336

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас