ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Июль 2023, 06:49

Сибайҙа йәшәүсе 70 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...

   

Сибайҙа йәшәүсе 70 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...Сибайҙа йәшәүсе 70 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...
Сибайҙа йәшәүсе 70 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...

2023 йылдың 10 июленән хәбәрһеҙ юғалған Сибайҙан 70 йәшлек Риза Ҡотлогилдинды эҙләйҙәр. Был хаҡта «Лиза Алерт РБ» хәбәр итте.

Ирҙең арауыҡта ориентирлашмауы һәм табиптарҙың ярҙамына мохтаж булыуы билдәле. Юғалған мәлдә ул күк һыҙатлы ҡара күлдәк, күк буйлы аҡ тельняшка, һоро трико, көрән сандалий һәм ҡара-йәшел эшләпә кейгән була.

Башҡа билдәләре: буйы 182 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сал ҡара сәсле һәм йәшел күҙле. 

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһын да 8-800-700-54-52 телефонына йәки  "112" берҙәм номерына шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Фото:Лиза Алерт РБ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас