ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Июль 2023, 08:48

Башҡортостан велосипедсыһы Эльбрусты яуланы!

   

Башҡортостан велосипедсыһы Эльбрусты яуланы!Башҡортостан велосипедсыһы Эльбрусты яуланы!
Башҡортостан велосипедсыһы Эльбрусты яуланы!

Күмертауҙан Андрей Фоминых Рәсәйҙең һәм Европаның иң бейек тауына — Эльбрусҡа артылды. Был хаҡта ҡала мэры Олег Фроловҡа һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Билдәле булыуынса, Андрей велосипедта йөрөргә ярата, ошо спорт төрөн үҙ итеүселәрҙең урындағы ойошмаһында тора.

«Беҙҙең «Крути педали» клубының флагы уның ҡулында осраҡлы түгел. Хәҙер ул тауҙар яратыусы ла! Андрейҙы шәп һөҙөмтә менән ҡотлайым!» — тип яҙҙы Олег Фролов.
 
 
Сығанаҡ:Башинформ.
Фото:Олег Фроловтың социаль селтәрҙәре
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас