ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Июль 2023, 08:44

Ауыл янында артиллерия снаряды табылған...

    

Ауыл янында артиллерия снаряды табылған...Ауыл янында артиллерия снаряды табылған...
Ауыл янында артиллерия снаряды табылған...

Учалы районының Мәҫкәү ауылы янында Граждандар һуғышы осоронан ҡалған 122 миллиметр артиллерия снаряды табылған. Урынға саперҙар саҡырылған. Улар табылдыҡты шартлатҡан. Был хаҡта «Башинформ»ға район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновтан билдәле булды.

«Граждандар һуғышы ваҡытында бында хәрби хәрәкәттәр барған, снаряд 100 йылға яҡын ятҡан тип фаразларға мөмкин», - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Автор:Ләйсән Закирова

Ауыл янында артиллерия снаряды табылған...
Ауыл янында артиллерия снаряды табылған...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас