ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Июль 2023, 08:48

59 йәшлек ир һыу ингәндә аңын юғалтып...

   

59 йәшлек ир һыу ингәндә аңын юғалтып...59 йәшлек ир һыу ингәндә аңын юғалтып...
59 йәшлек ир һыу ингәндә аңын юғалтып...

Кисә баш ҡаланың «Ҡомло» пляжында 59 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Ул бил тиңенән һыуға ингәс, иҫен юғалтҡан. Йылға буйында ял итеүселәр ярҙамға саҡырған. Урында дежурҙа торған ҡотҡарыусылар уны һыуҙан тартып сығарған.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре уға беренсе ярҙам күрһәткән, килеп еткән табиптар ҙа уны ҡотҡарырға тырышҡан. Ләкин ир иҫенә лә килмәй йән биргән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, уның ҡан тамыры өҙөлгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

 Автор:Ләйсән Закирова

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас