

Мәләүез районының Ергән ҡасабаһында мотоцикл һәм балалар ултырған арба тағылған мотоблок бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә мотоблок водителе һәләк була, икенсе водитель һәм дүрт бала зыян күрә. Балаларҙың ғүмеренә хәүеф янамай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Авария шарттары асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ идаралығында.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы