ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Июль 2023, 03:56

Бер көн эсендә һыуҙа биш кешенең ғүмере өҙөлдө

14 йәшлек ҡыҙ һыу аҫтына китеп...

Бер көн эсендә һыуҙа биш кешенең ғүмере өҙөлдөБер көн эсендә һыуҙа биш кешенең ғүмере өҙөлдө
Бер көн эсендә һыуҙа биш кешенең ғүмере өҙөлдө

10 июлдә Башҡортостанда биш кеше батып үлгән, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Һәләк булыусылар араһында-14 йәшлек ике үҫмер. Уларҙың береһе Учалы районының Ураҙ ауылы карьерында һыу ингәндә һәләк булған. Икенсе үҫмер ҡыҙ Ҡариҙел районында йылғала батып үлгән. Уның менән һыу инеп йөрөгән егеттәр ҡыҙҙың һыу аҫтына китеп, өҫкә сыҡмауы тураһында һөйләй. Балаларҙың кәүҙәләрен водолаздар таба. Ике бәхетһеҙ осраҡ та «ҡырағай» пляждарҙа була. Өлкәндәр менән дә шул уҡ хәл. Барлыҡ фажиғәләр һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа була.

1963 йылғы ҡатын Ҡалтасы районының Яңы Туҡран ауылында быуала батып үлгән. 1964 йылғы ир Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылы Тере Танып йылғаһында батып үлгән. 2000 йылғы егет Ҡандракүлдә һәләк була. Уны водолаздар эҙләй.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас