ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Июль 2023, 12:01

Йөклө ҡатын палатка лагерына ҡолаған ағастан зыян күргән

   

Йөклө ҡатын палатка лагерына ҡолаған ағастан зыян күргәнЙөклө ҡатын палатка лагерына ҡолаған ағастан зыян күргән
Йөклө ҡатын палатка лагерына ҡолаған ағастан зыян күргән

Башҡортостанда тәбиғәттә ял итеү фажиғә менән тамамлана яҙған. Иглин районының Аҡсаныш ауылы эргәһендәге Эҫем йылғаһы буйында палаткалы лагерға ағас ҡолаған. Был хаҡта «БашДТП» телеграм-каналы хәбәр итә.

Иңбашы һәм башы йәрәхәтләнгән ауырлы ҡатын Иглин үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Бынан тыш, Land Rover Discovery автомобиле зыян күргән. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, был ваҡытта ел булмаған.

«Беҙ эргәлә тора инек. Елһеҙ көндө ҡапыл ҙур тирәк ағасы ҡоланы», - ти ошо хәлдең шаһиты. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас