

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары иҫкәртеү рейды барышында ике иргә ярҙам күрһәттекән. Дүртөйлөлә ҡотҡарыусылар Ағиҙел йылғаһында бакенды тотоп торған йәш егетте күреп ҡала. "Йөҙөүсе" дуҫтары менән бәхәскә инеп, йылға аша йөҙөргә була, әммә көсөн дөрөҫ иҫәпләмәй. Кире артҡа ла йөҙөргә хәле булмай. Ҡотҡарыусылар ирҙе ярға эвакуациялай.
Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылы янында ла шундай уҡ хәл булған. Ҡотҡарыусылар иҫерек килеш быуа аша йөҙөргә ҡарар иткән иргә ярҙам күрһәткән. Йөҙгәндә ир хәлһеҙләнә һәм ярҙам һорап ҡысҡыра башлай.
фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.