ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Июль 2023, 15:49

Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...

     

Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...
Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...

Әбйәлил районының Хәмит ауылында Тыныслыҡ урамында дүрт шәхси хужалыҡ - ағас йорттар һәм ҡаралтылар яна.

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына тәүгеләрҙән булып ирекле янғын һүндереү командаһы килгән. Янғын һүндереүгә бөтәһе 20-нән ашыу кеше һәм ете махсус техника машинаһы йәлеп ителгән.

Алдан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүселәр юҡ. Әлеге ваҡытта янғынды Һүндереү дауам итә, ул тығыҙ төҙөлөш һәм ел иҫеүе менән ҡатмарлана.

Янғын сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынына һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе юлланған.

 

фото:социаль селтәрҙәр,  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...
Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...
Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...
Әбйәлилдә ҡот осҡос янғын...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас