ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Июль 2023, 05:11

Телефон зарядкаһынан ут сығып...

Ғаилә өйһөҙ ҡалған...

Телефон зарядкаһынан ут сығып...Телефон зарядкаһынан ут сығып...
Телефон зарядкаһынан ут сығып...

Өфөлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Беренсе Май урамындағы фатирҙа янғын ваҡытында дүрт кешене ҡотҡарған. Фатир ныҡ янған, ә янғындың сәбәбе - электрға тоташтырып ҡалдырылған телефон заряднигы.

6 кеше баҫҡыс марштары буйынса үҙ аллы эвакуациялана, уларҙың икәүһе - балалар.

«Янғын һүндереүселәр ике минуттан һуң килеп еткәс, шунда уҡ хәүефле янғын факторҙары тәьҫиренән кешеләрҙе ҡотҡарыуға тотона. Йорттоң 4-се ҡаттағы ике бүлмәле фатирҙағы мөлкәт янған. 15 минут дауамында утты һүндерҙек. Янғын һүндереүгә 11 кеше һәм дүрт берәмек техника йәлеп ителде», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

фото:БР буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас