

Кисә Сибай ҡалаһында Төйәләҫ йылғаһында иҫкәртеү рейды ваҡытында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡаршы яҡ ярға йөҙөп сыҡҡан һәм кире ҡайта алмаған дүрт баланы күреп ҡалған.
«Ҡотҡарыусылар 2008, 2013 һәм 2015 йылғы балаларҙы ярға эвакуацияланы һәм уларҙы ата-әсәләренә тапшырҙы. Бәләкәй сәйәхәтселәргә медицина ярҙамы кәрәкмәй»,-тип хәбәр иттеләр үҙ телеграм-каналында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Ҡотҡарыусылар һауа тултырылған матрастарҙың күп осраҡта һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был хатта һауаға тултырылған әйберҙәрҙең үҙҙәрендә лә күрһәтелгән. Һауа тултырылған матрас, ҡулса, балалар жилеты йәки беләҙектәр 100% хәүефһеҙлек гарантияһын тәьмин итмәй.
«Йөҙөргә белмәгән ял итеүселәрҙең һыу ятҡылығы уртаһында боҙолған матраста ҡалыуы йәки ярҙан алыҫ китеүе, арыуы, паникаға бирелеүе осраҡтары бар, - тип билдәләне ведомство етәксеһе. - Хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙҙың ғүмерен һауаға тултырылған беләҙектәргә йәки жилетҡа ышанмағыҙ: әгәр сабыйҙы быларҙың барыһына кейендерһәләр, һыуға индерһәләр һәм үҙ эштәре менән шөғөлләнһәләр, ә бит улар батып үлергә мөмкин. Һауа тултырылған изделиеларҙы тишеп була, йәки ябай ғына итеп, йәбештереү системаларының камил булмауы арҡаһында, был „шартлы һаҡланыу“ баланан ысҡынып төшә ала. Һыуҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ».
фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.