ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июль 2023, 15:37

Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...

Фажиғә бөгөн Башҡорт полктары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл янында булған...

Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...
Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...

Сибайҙа юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше зыян күргән. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 5 июлдә иртән ашығыс хеҙмәттәргә "JAC" йөк автомобиленең "Renault Logan" еңел автомобиле менән бәрелешеүе тураһында хәбәр килә.

Сибай ҡотҡарыусылары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр тиҙ арала ваҡиға урынына юлланған. Авария һөҙөмтәһендә ике водитель 1962 йылғы ир һәм 2003 йылғы егет зыян күрә. Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәргә ашығыс медицина ярҙамы күрһәткән.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...
Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...
Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...
Сибайҙа аварияла ике кеше зыян күргән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас