ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июль 2023, 05:48

Балыҡсылар һыуҙа мәйет күреп ҡалғандар...

    

Балыҡсылар һыуҙа мәйет күреп ҡалғандар...Балыҡсылар һыуҙа мәйет күреп ҡалғандар...
Балыҡсылар һыуҙа мәйет күреп ҡалғандар...

Калинин районында 4 июлдә кис һыуҙа бәхетһеҙ осраҡ була. Ваҡиға тураһында мәғлүмәт Ҡариҙел йылғаһынан ирҙең үле кәүҙәһен сығарған балыҡсыларҙан ашығыс хеҙмәттәргә килгән. Шаһиттар әйтеүенсә, һәләк булған кеше дуҫы менән йыһазландырылмаған яр буйында спиртлы эсемлектәр эсеп ял итә.

"Был һыу ятҡылығы участкаһы — Йылы күлдең Ҡариҙелгә ҡойған урыны - баш ҡалала иң хәүефлеләрҙең береһе булып тора. Көслө ағымдан, бысранған төбөнән тыш, унда һыу инеүселәрҙең ғүмеренә һыу температураһының ҡапыл үҙгәреүе хәүеф тыуҙыра. Бында бөтә яҡтан да һыу инеүҙе тыйыу тураһында аншлагтар һәм күпме кешенең батып үлгәнен күрһәткән ҙур мәғлүмәт баннеры ҡуйылған», — тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Фото:Ксения Калинина (Башинформ).
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас