ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июль 2023, 16:38

Ауыл ситендәге ташландыҡ бинала 15 йәшлек үҫмер үле килеш табылған...

     

Ауыл ситендәге ташландыҡ бинала 15 йәшлек үҫмер үле килеш табылған...Ауыл ситендәге ташландыҡ бинала 15 йәшлек үҫмер үле килеш табылған...
Ауыл ситендәге ташландыҡ бинала 15 йәшлек үҫмер үле килеш табылған...

Башҡортостанда ауыл ситендәге ташландыҡ бинала үҫмерҙең кәүҙәһе табылған. Был хаҡта «Башинформ» хәбәрсеһенә хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, 2007 йылда тыуған баланың кәүҙәһе Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡшишмә ауылында ташландыҡ бинала табылған. Урындағы халыҡ йәш кешене тик ыңғай яҡтан һүрәтләй.

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.

 

фото һәм сығанаҡ:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас