

Кисә киске 8 сәғәт тирәһендә Хәйбулла районы Өфө ауылында 12 йәшлек малай "SWIFT" мопеды менән идара иткәндә 3 йәшлек сабыйҙы бәрҙергән. Бының тураһында Хәйбулла районы ЮХХДИ бүлегенән хәбәр иттеләр.
Авария һөҙөмтәһендә 3 йәшлек сабый тән йәрәхәттәре алған, медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарып ебәрелгән.
Мототранспорт һатып алғанда бер кем дә “тап минең балам юл-хәрәкәте ваҡиғаһына эләгер’’ тип уйламай. Бәлә-ҡаза теркәлһә, был осраҡлы хәл, тип иҫәпләй, кемделер ғәйепләй. Ата-әсәләр шуны аңлаһын ине – баланың күңелһеҙ хәлгә тарыуында тәү сиратта үҙҙәре ғәйепле. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Юл ҡағиҙәләрен үтәү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ. Бәләкәй йәйәүле урамда юлдан мөмкин тиклем алыҫтан абайларлыҡ булһын, кейеменә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә йәки насар һауа торошо шарттарында уны бәләнән ҡурсалаясаҡ.
фото:ЮХХДИ