ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Июнь 2023, 16:01

"Апайымдың егерме ҡаҙын ашаны"

Күрше районда ауылдағы ҡош-ҡорттоң башына етеп йөрөүсене тотҡандар

"Апайымдың егерме ҡаҙын ашаны""Апайымдың егерме ҡаҙын ашаны"
"Апайымдың егерме ҡаҙын ашаны"

Бер ҡатын-ҡыҙ видеояҙма төшөргән. "Ҡарағыҙ әле, әллә төлкө, әллә ҡарсаҡ. Әйтәләр, был ҡарсаҡ (ҡарһаҡ), сөнки ҡойроғо нәҙек оҙон. Ауылдың бөтә тауыҡтарын, ҡаҙҙарын ашап йөрөгән нәмәне тоттолар. Апайым ҡапҡанға эләктергән. Шулай итеп егерме ҡаҙының үсен алған, сөнки кәртәһенә инеп, уларҙың башына еткән", - ти ул.

Яҙмала дала төлкөһөнөң ерҙә ятҡаны күренә. Комментарийҙарҙа был йәнлектән ыҙа сигеүҙәре тураһында күп яҙғандар. Берәү хатта "бер йылда минең ҡырҡ ҡаҙымдың башына етте" тип әсенгән.

Башҡортостаным/Яңылыҡтар төркөмө хәбәр итеүенсә, был хәл Баймаҡ районында булған.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас