

19 июндә Туймазы районында йәш ярымлыҡ баланың өҫтөнә душ кабинаһының быялаһы төшкән. Ҡыҙсыҡты урындағы дауахананың травматология бүлегенә алып килгәндәр.
Табиптар әйтеүенсә, уның арҡаһы, башы, ҡулы ныҡ йәрәхәтләнгән, мейеһе һелкенгән.
«Пациентты травматолог, невролог ҡараған. Артабан ул амбулатор режимда дауалана», - тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Тиҙерәк йүнәл, балаҡай!
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар