ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июнь 2023, 10:43

Ике ирҙең ғүмере өҙөлгән...

Балыҡсының кәмәһе түңкәрелеп...

Ике ирҙең ғүмере өҙөлгән...Ике ирҙең ғүмере өҙөлгән...
Ике ирҙең ғүмере өҙөлгән...

20 июндә кискеһен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Благовещен районының Туғай ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында балыҡсының кәмәһе әйләнгән тип хәбәр иткәндәр.

«Ошо хәлдең шаһиты һыуға бата яҙған 1954 йылғы ирҙе ярға алып сыҡҡан. Ләкин һуңынан уның хәле ауырайған, ашығыс ярҙам килеп етеүгә, ул йән биргән булған», - тип белдерҙеләр «Башинформ»ға ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Ошо уҡ кистә Нуриман районының Яңы Күл ауылы эргәһендәге Олокүлдән бер ирҙең мәйетен тапҡандар. Мәғлүм булыуынса, ул былтыр уҡ хәбәрһеҙ юғалған.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, оператив-тәфтиш саралары үткәрелә.

Фото:Ксения Калинина

Сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас