

Район матбуғаты ҙур юғалтыу кисерҙе. 2023 йылдың 18 июнендә “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренең йәмәғәт хәбәрсеһе, хеҙмәт ветераны Вәсил Фазылйән улы Һөйөндөков 83 йәшендә вафат булды.
Вәсил Фазылйән улы 1939 йылдың 13 октябрендә Матрай (хәҙер Йылайыр) районы Исҡужа ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Атаһын һуғышҡа оҙатҡанда Вәсилгә ни бары йәш ярым ғына була... Бала сағы бик ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Тыуған ауылында белем усағы булмағанлыҡтан, ул 3 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡашҡар ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡый. Артабан Юлдыбай урта мәктәбендә белем ала. 1963 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес Хәйбулла районының “Аҡъяр” совхозында баш ветеринар табип булып эш башлай. Алты йыл “Маҡан” совхозында ла ошо уҡ вазифаны башҡара. Артабан “Быҙаулыҡ” совхозында баш ветеринар табип булып эшләп, 1999 йылда хаҡлы ялға сыға.
Вәсил Һөйөндөковтың малсылыҡта эшләгән хеҙмәт кешеләре тураһында яҙмалары, “Белгес кәңәше” рубрикаһы аҫтында мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ауырыуҙарын иҫкәртеү тураһындағы бихисап мәҡәләләре “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәрендә баҫылды. Бынан тыш, уның 5 китабы донъя күрҙе. Матбуғат аҡһаҡалы, әүҙем йәмәғәтсе Вәсил Фазылйән улы үҙе тураһында яҡты эҙ ҡалдырҙы һәм уның тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдә мәңге һаҡланыр.
Мөхәррирәт.