

112 системаһына бер аҙна эсендә 39 меңдән ашыу шылтыратыу булған, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
«Улар араһында юғалған граждандар тураһында дүрт мәғлүмәт бар ине. Дүрт кеше имен-һау табылған. Бишенсеһен - Туймазы районында эҙләү дауам итә», - тине ул.
«Башинформ» асыҡлауынса, ике ир Ыҡ йылғаһына балыҡ тоторға килгән. Уларҙың береһе хәбәрһеҙ юғалған. Полиция 17 июндән хәбәрһеҙ юғалған балыҡсыны эҙләй.
фото:Башинформ.