ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июнь 2023, 08:16

Юғалған һәүкәште соҡорҙан сығарғандар

    

Юғалған һәүкәште соҡорҙан сығарғандарЮғалған һәүкәште соҡорҙан сығарғандар
Юғалған һәүкәште соҡорҙан сығарғандар

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Салауат районының Бишәүҙәр ауылында урынлашҡан гараждың соҡоронан һыйырҙы сығарған. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һыйыр шәхси ихаталағы гараждың соҡорона ҡолап, сыға алмаған. Ярҙамға килгән ҡотҡарыусылар ҡулдағы саралар ярҙамында урындағы халыҡ менән бергә уны соҡорҙан сығаралар һәм хужаһына тапшыралар. Хайуан зыян күрмәгән.

 

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас