ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июнь 2023, 07:00

Тәмәке тартыу бәләгә килтергән...

Табиптар хәбәр итеүенсә, ир бик ауыр хәлдә...

Тәмәке тартыу бәләгә килтергән...Тәмәке тартыу бәләгә килтергән...
Тәмәке тартыу бәләгә килтергән...

Башҡортостанда ир ҡулына бензин канистры тотоп, тәмәке тартырға маташҡанда етди тән йәрәхәттәре алған. 1961 йылғы зыян күреүсе бик ауыр хәлдә, ул Стәрлетамаҡтың 1-се дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатылған.

Башҡортостан буйынса тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бәхетһеҙ осраҡ 16 июндә кискеһен Стәрлебаш районында теркәлгән. Алдан билдәле булыуынса, ир юл буйлап бензин һалынған канистрҙы тотоп  барған. Ул тәмәке тартырға ҡарар иткәндә, ҡапыл ут сыҡҡан.

Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр Һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр дознавателе юллана.

Табиптар мәғлүмәте буйынса, ир бик ауыр хәлдә, уның башы, кәүҙәһе, өҫкө һәм аҫҡы аяҡтары ныҡ бешкән.

Ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

 

фото:Башҡортостан буйынса тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас