

Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре кисә Ағиҙел йылғаһында саҡ батып үлмәгән 45 йәшлек ҡатынға ярҙам итте. Был хаҡта ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
Өфөлә йәшәүсе ханым Нижегородка биҫтәһендәге рөхсәтһеҙ пляжда һыу инергә ҡарар итеп, тәрәнлеккә йөҙөп китә һәм бата башлай. Ярай әле уны эргәләге "Аҡ Яр" пляжында дежурҙа торған ҡотҡарыусылар ваҡытында күреп ҡала. Улар ҡатынды һыуҙан сығарып ярға алып сыҡҡан. Зыян күреүсе иҫерек булған тип фараз ителә. Уға медицина ярҙамы талап ителмәгән.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе рөхсәтһеҙ урындарҙа, шулай уҡ иҫерек килеш һыу инергә ярамауы хаҡында иҫкәртә ҡотҡарыусылар.