ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Июнь 2023, 15:24

Дуҫын ҡотҡарам тип үҙе лә һыу аҫтына киткән...

Йылға буйында ял итеү фажиғәле тамамланған...

Дуҫын ҡотҡарам тип үҙе лә һыу аҫтына киткән...Дуҫын ҡотҡарам тип үҙе лә һыу аҫтына киткән...
Дуҫын ҡотҡарам тип үҙе лә һыу аҫтына киткән...

Фажиғә Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында булған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дүрт дуҫ йылға буйында спиртлы эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған. Уларҙың береһе, был урында һыу инеү тыйылыуға ҡарамаҫтан (тейешле иғлан ҡуйылған), йылғала йөҙөргә ҡарар итә. Ул бата башлағас, уға ярҙамға икенсе ир ашыға. Ҡыҙғанысҡа күрә, һөҙөмтәлә икеһе лә батып үлә. Ирҙәрҙең икеһе лә 1960 йылғы. Яр буйында ҡалғандар ҡотҡарыусыларҙы саҡырта, водолаздар батып үлгәндәрҙең кәүҙәләрен яр буйына сығара. 

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас