ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июнь 2023, 12:55

Йыртҡыс та улай итмәҫ...

Башҡортостанда 5 көнлөк сабыйҙы сүп-сар полигонында тапҡандар

Йыртҡыс та улай итмәҫ...Йыртҡыс та улай итмәҫ...
Йыртҡыс та улай итмәҫ...

Башҡа һыймаҫлыҡ ҡот осҡос хәл Белорет районында теркәлгән.

Ломовка ауылында сүп-сар полигонында үле сабыйҙың кәүҙәһе табылған. Ҡот осҡос "табыш"ты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырып торған эшселәр таба. Сабыйҙың кәүҙәһе пакет эсендә ятҡан була.

Урынға килгән полицейскийҙар сабыйҙың биш көн генә булыуын асыҡлай. Ваҡиға урынына Белорет район-ара прокурор вазифаһын башҡарыусы Руслан Сафин сыҡҡан. Әле ваҡиға сәбәптәре тикшерелә һәм сабыйҙы тыуҙырыусының (уны хатта әсәй тип атарға ла тел бармай) кем булыуы асыҡлана. Барлыҡ дауаханаларға хат ебәрелгән.

Фото: regnum.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас