ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июнь 2023, 15:10

Малдарҙың үлем сәбәбе асыҡланған...

Күрше районда йәшәүселәр ҡот осҡос хәлгә шаһит булғандар...

Малдарҙың үлем сәбәбе асыҡланған...Малдарҙың үлем сәбәбе асыҡланған...
Малдарҙың үлем сәбәбе асыҡланған...

Башҡортостандың Баймаҡ районында уҙған ял көндәрендә автомобиль юлы ситендә урындағы халыҡ үле аттарҙы һәм быҙауҙы тапҡан. Телеграм-каналдарҙа хәбәр ителеүенсә, хайуандарҙың мәйеттәрендә «аңлашылмаған» яралар табыла, йәнәһе, уларҙың килеп сығышы билдәһеҙ. Шаһиттар бер генә нәмәгә ышана: улар атыу ҡоралынан яраланмаған.

«Башинформ» журналисы менән әңгәмәлә Баймаҡ районы һәм Сибай ветеринария станцияһы начальнигы Раил Әбүбәкеров аттар менән нимә булғанын аңлатты.

"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Темәс-Түбә автомобиль юлында 1-2 саҡрым арауыҡта аттар ҡатнашлығында ике юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Автомобиль ҡатнашлығындағы тәүге аварияла өс ат, шул иҫәптән ике айлыҡ быҙау һәләк булған. Уларҙа идентификация чиптары табылмай. Икенсе юл-транспорт ваҡиғаһында юл ситендә бәреп төшөрөлгән йылҡы табыла. Микрочиптарҙы уҡыу өсөн сканер ярҙамында уның Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан булыуын асыҡларға мөмкин булды. Бынан тыш, икенсе аварияла тағы ике ат алған йәрәхәттәренән һәләк булған. Был аттарҙың хужалары билдәләнгән: береһе - Муллаҡай ауылы кешеһенә, икенсеһе Ҡолсора ауыл советы кешеһенә ҡарай», — тип аңлатты мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Бөтә һәләк булған хайуандар, һуңғы тикшереүҙән һуң, Темәс һәм Үрге Иҙрис ауылдарының мал ҡәберлектәрендә утилләштерелә.

Автор:Дарья Субботина

Фото:«Башинформ» архивы.
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас