ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июнь 2023, 09:19

Хәйбулланан бер ир һыуға батып үлгән

Йәй башланып та өлгөрмәне, һыуға батыусылар һаны көндән-көн артыуын дауам итә. 

Хәйбулланан бер ир һыуға батып үлгәнХәйбулланан бер ир һыуға батып үлгән
Хәйбулланан бер ир һыуға батып үлгән

1 июндән республикала һыу инеү миҙгеле башланды. Әммә йәй башланып та өлгөрмәне, һыуға батыусылар һаны көндән-көн артыуын дауам итә. 3 июндә Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында 1952 йылғы ир һыуға батып үлгән. 

Күп осраҡта фажиғәләр һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа теркәлә, ә ҡорбандар – башлыса эшкә яраҡлы йәштәге ир-ат. Вайымһыҙлыҡ һәм алкоголь – ҡазаларҙың төп сәбәбе.

Төбәгебеҙҙә халыҡтың хәүефһеҙ ялын тәьмин итеү, бәлә-ҡазаны иҫкәртеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Респуб­ликаның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре район хакимиәттәре вәкилдәре менән берлектә профилактик рейдтар уҙғара.

Йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн иң тәүҙә ҡулай һыу ятҡылығы һайларға кәрәк. Пляжға барырға уйлаһағыҙ, уның махсус йыһазландырыл­ған, ҡомло ярлы булыуы хәйерле. Ҡала янындағы йылға-күлдәрҙәге һыуҙың таҙалығына иғтибар итегеҙ.

Йыһазландырылған пляжды һайлау ялығыҙҙың хәүефһеҙ булыуын тәьмин итә, сөнки ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ҡотҡарыусылар ярҙамға киләсәк, зыян күреүсегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер буласаҡ.

Фото: sokolinfo.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас