

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы республикабыҙ биләмәһендә күрше Һамар өлкәһендә етештерелгән «Мистер Сидр» алкоголь эсемлеге һатылыуы ихтималлығы хаҡында мәғлүмәтте тикшерәсәк. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән билдәле булды.
Бындай ҡарар Ульяновск өлкәһенең Димитровград ҡалаһында суррогат алкоголь менән ағыуланыуҙан 11 кешенең һәләк булыуы, тағы ла 14 кешенең дауаханала булыуы менән бәйле ҡабул ителә. Ульяновск өлкәһе тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, фажиғәгә Һамар өлкәһендәге предприятиела етештерелгән «Мистер Сидр» крафт эсемлеге сәбәпсе була. Маркаларҙың бөтә продукцияһын магазиндарҙан тартып алалар.
Токсик эсемлек етештергән предприятиела тентеүҙәр үткәрелә, алкоголь менән тәьмин итеүсе тип фаразланған, Һамар өлкәһенән шәхси эшҡыуар ҡулға алына, ул күрһәтмәләр бирә. Роспотребнадзорҙың төбәк мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикабыҙҙа ағыуланыу осраҡтары юҡ.