Кисә иртәнсәк Шаран районында мотоциклсының ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Түбәнге Зәйет ауылында 24 йәшлек егет «Вентро» мотоциклы менән идара итеп, ҡаршылыҡҡа - өйөмгә менеп киткән. Авария һөҙөмтәһендә егет алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы машинаһында йән биргән.
Ваҡиға сәбәптәрен аныҡлау өсөн ваҡиға урынында тикшереү дауам итә.
фото:ЮХХДИ