Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Май 2023, 20:54

Быйыл тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан янғындарҙа 63 кешенең ғүмере өҙөлгән...

   

Быйыл тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан янғындарҙа 63 кешенең ғүмере өҙөлгән...
Быйыл тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан янғындарҙа 63 кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн 31 майҙа – Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. Был көн үткән быуаттың аҙағында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан булдырылғайны. Ул сираттағы тапҡыр үҙебеҙгә һәм тирә-йүндәгеләргә ошо насар ғәҙәттән килгән зыянға иғтибар итергә саҡыра.

Үҙ сиратыбыҙҙа шуны иҫегеҙгә төшөрөргә теләйбеҙ: тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ  - янғындарҙың киң таралған сәбәптәренең береһе. Шул сәбәпле йыл башынан республикала 63 кешенең ғүмере өҙөлгән. Һәләк булғандарҙың яртыһы тиерлек иҫерек булған. Тәмәке төпсөгө йәки уның осҡоно тиҙ яныусы әйберҙәргә, йыһаздарға төшөүе һөҙөмтәһендә улар быҫҡый башлай, һәм йортҡа әсе төтөн яйлап тула. Шул уҡ ваҡытта тәмәке тартыусы һәм уның ғаилә ағзалары ғына түгел, күршеләре лә бәләгә тарыуы ихтимал. Тәҙрәнән йәки балкондан ташланған тәмәкене һауа ағымдары менән күрше балкондарға һәм фатирҙарҙың асыҡ тәҙрәләренә индерергә мөмкин. Шуға күрә фатирҙан сыҡҡанда балкондарҙың тәҙрәләрен һәм ишектәрен ябырға кәрәк.  Өлкәндәрҙән өлгө алып, балалар тәмәке тарта, бының өсөн иң йәшерен урындарҙы һайлай. Өлкәндәр күренә башлағас, улар үҙ тәмәкене йәшерергә тырыша, һәм янғынға сәбәпсе булып, һүндерелмәгән тәмәкеһен теләһә ҡайҙа ташлай.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: